+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 08:59

Яңауылда йәйәүлеләр өсөн күпер асылды

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп маҡсаттарының береһе - ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреү.

Яңауылда йәйәүлеләр өсөн күпер асылды
Яңауылда йәйәүлеләр өсөн күпер асылды

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп маҡсаттарының береһе - ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреү.

22 сентябрҙә «Яңауыл» станцияһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Горький тимер юлы начальнигы Сергей Дорофеевский һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында йәйәүлеләр күперен асыу тантанаһы үтте. Сара беренсе «Транспорт һәм төҙөлөш» Халыҡ-ара конгресы сиктәрендә уҙҙы.

Йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөү - «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 150 миллион һумлыҡ инвестиция проекты. Төҙөлөш эштәрен «Промстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Мәскәү ҡалаһы) подряд ойошмаһы алып барҙы.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://yanaul.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/319266

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: