+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2022, 09:21

Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында ижади кисә үтте

Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә булдырылған Наумовка ауылы моделле китапханаһында көмөш быуаттың һоҡланғыс рус шағирәһе Марина Цветаеваның 130 йыллыҡ юбилейына арналған «Падали листья, я родилась…» ижади кисә үтте.

Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында ижади кисә үтте
Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында ижади кисә үтте

Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә булдырылған Наумовка ауылы моделле китапханаһында көмөш быуаттың һоҡланғыс рус шағирәһе Марина Цветаеваның 130 йыллыҡ юбилейына арналған «Падали листья, я родилась…» ижади кисә үтте, ул нон-стоп форматында ойошторолдо.

Сара ҡунаҡтары ғаилә ҡунаҡханаһына йыйылып, ижади мөхиткә сумды. Кисәнең бай программаһы ҡунаҡтарҙың да, шиғриәт байрамында ҡатнашыусыларҙың да күңеленә хуш килде.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://str-cbs.ru/category/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/327805

 

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: