-5 °С
Болотло
Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 2022 йылда ремонтланырға тейеш булған 17 участканың 15-ендә эш тамамланды. Унда 12,5 саҡрымлыҡ юл норматив хәлгә килтерелә.
Стәрлетамаҡта төҙөкләндерелеүгә йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме - 165,9 миллион һум.
- Проекттың төп маҡсаты - ҡала юлдарының транспорт-файҙаланыу торошон яҡшыртыу һәм ҡала халҡы өсөн йөрөү шарттарын уңайлыраҡ итеү, - ти БР транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
Яңылыҡ сығанағы: https://transport.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/329651