Халҡыбыҙ араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар ҙа бар. Милли костюм көнө бик кәрәк, ул төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, берҙәмлекте нығыта, милли үҙенсәлектәрҙең быуындан-быуынға күсә барыуына булышлыҡ итә.
Ошо байрам айҡанлы Фёдоровка районы Яңы Яуыш ауылы ағинәйҙәре Юлҡотлина Әлфиә, Бикйәнова Флүрә, Хәйбуллина Гәүһәр милли кейемдәр кейеп, әлеге хозурлыҡты күреп ҡалыу өсөн, беренсе яҙғы сәскәләр атҡан йәмле туғайға сыҡҡан. Үҙ халҡының матур милли кейемдәрендә улар йырҙар башҡарған, шиғырҙар һөйләгән, милли кейемдең сағыу биҙәктәрен күрһәткән. Ағинәйҙәрҙең милли кейем кейеүе, биҙәүестәр тағыуы - тарихыбыҙға ихтирам билдәһе.
"Милли кейем - ул халыҡтың көнкүрешен, тормошон, мәҙәниәтен һәм тарихын ғына түгел, хатта уның күңел донъяһын да сағылдырған ҡиммәтле ҡомартҡы. Ошо байлыҡты беҙ ҡәҙерләп һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ",- ти Яңы Яуыш ауылы ағинәйҙәре. Нәҡ ошо мәлдә уларҙы юлдан үтеп барышлай фотохәбәрсебеҙ төшөрөп алған да инде.
Ф. АҠСУРИН фотолары һәм видеоһы.