“Дуҫтарың нисек?”, - тигән һоруыма – “Бөркөт” позывнойлы яугир бына шулай тип яуап бирҙе.
- Унда дуҫтар юҡ, бары тик туғандар ғына. Әгәр берәр ярҙам кәрәк булһа: “Ярҙам ит, туған”, - тип мөрәжәғәт итәм һәм ярҙам итмәйенсә булдыра алмауына ышанам. Махсус хәрби операция зонаһында беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм, бер-беребеҙгә терәк-таяныс. Башҡаса мөмкин дә түгел. Бындагы шарттарға, ауыр бронежилетка өйрәнеп китеү рәхәт түгел. Хәҙер ул да еңел тойола. Оборонаның бишенсе һыҙығына ла снарядтар осоп килә. Беҙ еңеүгә ышанабыҙ, сөнки артта – Ватаныбыҙ - Рәсәй - тип һөйләй яугир.
Ул редакциябыҙҙа апрель аҙағында булды. Әлеге ваҡытта контракт буйынса махсус хәрби операция барған зонала хеҙмәтен дауам итә. Башҡа яугирҙәр менән бергә Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бөтә яугирҙәр ҙә иҫән-имен өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын тип теләп ҡалабыҙ.
Фәнис АҠСУРИН фотоһы.