+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2023, 15:48

Батыр рухы йылдар- юлдар аша йәшәй бирә

Батыр рухы йылдар- юлдар аша  йәшәй бирә
Батыр рухы йылдар- юлдар аша йәшәй бирә

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнө алдынан Эстониялағы Палдиски ҡалаһындағы батырҙың һәйкәле эргәһендә әҙәби-музыкаль байрам ойошторолдо. Унда ҡурай моңо аҫтында Башҡортостандың данлыҡлы улына бағышланған башҡорт шағирҙарының шиғырҙары  яңғыраны. Ваҡиға сиктәрендә, ошонда уҡ геройҙың һәйкәле янында минең шиғри йыйынтығымдың исем туйы ла булып үтте.    

Күп йылдар элек, башҡорт телевидениеһы журналисы булараҡ, мин Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың һәйкәлен  асыу танатанаһында булдым. 1997 йылдың сентябрь аҙағында республиканан рәсми делегация тантана булған урынға  йүнәлде. Делегация составында Башҡортостандың ижади интеллигенцияһы  вәкилдәре, шулар иҫәбендә скульптура авторы Тамара Павловна Нечаева, яҙыусылар, шағирҙар һәм артистар ине.

Изгелекле дуҫым, яҙыусы Динә Гавриловаға ҙур рәхмәтлемен, ул китабымды Эстонияға килтереп кенә ҡалманы, уны Дзен (https://dzen.ru/media/dina_gavrilova/mir-vam-648c2332..) платформаһында публика иғтибарына тәҡдим итте, йыл да бында иҫтәлекле саралар ойоштороусы Таллин ҡалаһы "Ағиҙел" башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Флүзә Хәйруллинаға рәхмәтемде белдерәм. Ә Салауат һәйкәле эргәһендә  шиғырҙарымды рус телендә уҡырға теләүсе Динә Гаврилова өсөн “Поэт и Салават” исемле яңы шиғыр яҙҙым. Яңы әҫәремде Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа арнаным. 1997 йылдың сентябрендә һәйкәлде асҡандан һуң Рауил ағай беренсе булып, үҙе менән алып ҡайтыу өсөн,  сәскәлектән үрелеп тупраҡ алды. Уның ошо ҡылығы мине тетрәндерҙе һәм хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалды! Бына 26 үткәндән  һуң ул шиғырға әйләнде. Күрәһең, уны мин ғүмерем буйы күңелемдә һаҡлап йөрөткәнмен...

Гөлдәриә ЙОСОПОВА.

Читайте нас: