+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль , 14:24

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге офистарында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларының түләүле уҡыуына компенсация юлларға мөмкин

 Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге офистарында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларының түләүле уҡыуына компенсация юлларға мөмкин.

Компенсация күләме семестр йәки уҡыу йылы өсөн уҡыу хаҡына тиң, әммә семестр өсөн 30 мең һумдан һәм уҡыу йылы өсөн 60 мең һумдан артыҡ булмай. Ул бер тапҡыр һәр семестр/уҡыу йылы тамамланғандан һуң бирелә.

Компенсация ҡаралған белем биреү программалары төрҙәре:
— урта һөнәри белем;
— юғары белем;
— дәүләт ҡарамағында булмаған һөнәри ойошмаларҙа белем алыу.

 Кемдең компенсация алыу хоҡуғы бар?

— Түләүле белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеүгә килешеү төҙөгән бәлиғ булған студенттың йәки студенттың ата-әсәһенең (законлы вәкилдәренең) береһенең;

— әгәр семестр/уҡыу йылы тамамланғансы 23 йәшкә еткән булһа, ошо йәштән өлкән студенттың ошондай хоҡуғы бар.

📌 Түбәндәге шарттарҙы үтәгәндә компенсация алырға мөмкин:

— мәғариф ойошмаһы Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан;

— ғариза биреүсе — Рәсәй гражданы, уның йәшәү урыны (булған урыны) республика биләмәһендә;

— ата-әсәһенең (законлы вәкилдәренең) береһе МХО-ла ҡатнашыусы, йәки ҡатнашҡан (һәләк булған осраҡта).

📞 Документтар исемлеген контакт-үҙәктә түбәндәге телефондар буйынса асыҡлай алаһығыҙ:

+7 347 246-55-33
+7 927 333-31-00.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: