Бөжәктәрҙе фатирҙарҙа һәм подъездарҙа бер үк ваҡытта ағыулау кәңәш ителә, шуға күрә күршеләрегеҙҙән уларҙа ла шундай проблема бармы-юҡмы икәнен белешегеҙ.
Үҙегеҙҙең идарасы компанияға (УК) мөрәжәғәт итегеҙ. Белгестәр фатирҙары тараҡан таралыуға сәбәп булған кешеләр менән аңлатыу эше алып барасаҡ.
Әгәр әңгәмә фатирҙарын таҙа тотмаған күршеләрегеҙгә тәьҫир итмәһә, идарасы компания белгестәре менән бергә санитар ҡағиҙәләргә ҡаршы килгән фактты документаль рәүештә теркәгеҙ. Документтың суд өсөн кәрәк булыуы бар.
Әгәр идарасы компания күп фатирлы йортто тейешенсә ҡарамаһа, торлаҡ хужаларының ҡултамғалары менән коллектив дәғүә ебәрегеҙ. Ул ике данала кәрәк.
Дәғүәлә проблеманы һәм билдәләнгән ваҡытта йыйыштырыу / дезинфекция / дезинсекция үткәреүҙе талап итеү зарур. Һеҙҙең экземплярҙа идарасы компания хеҙмәткәрҙәре датаны күрһәтә һәм документты ҡабул иткән кеше ҡултамға ҡуя. Был документ һеҙҙә ҡаласаҡ.
Әгәр идарасы компания бер нәмә лә эшләмәһә йәки һеҙҙең талаптарығыҙҙы ҡәнәғәтләндермәһә, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына йәки «Роспотребнадзор» идаралығына мөрәжәғәт итегеҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан