-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь , 19:13

Күңелдәре үҫеп ҡайталар

"Бала саҡ йондоҙҙары" ижади конкурсында Волга буйы округының 13 төбәгенән килгән балалар сығыш яһаны.

Максим Волобоев
Фото:Максим Волобоев

Ҡыҙҙар һәм малайҙар йырланы ла, бейене лә, пантомима ла күрһәтте, тасуири итеп шиғырҙар ҙа һөйләнеләр. Актерлыҡ оҫталығы менән айырылып тороусылар күп ине. Был фестиваль етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн аралашыу майҙансығы, үҙенә күрә бер үҫеш баҫҡысы булып тора.

— Балалар өсөн бик ҙур байрам ул был фестиваль. Башҡортостанға дүртенсе йыл инде 30-лап бала алып киләбеҙ. Марттан авгусҡа тиклем үҙебеҙҙең төбәктәрҙә ярыштар уҙа. Еңеүселәр Волга буйы округы кимәлендә ойошторолған фестивалгә саҡырыла. Өфөлә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, ҡала буйлап сәйәхәттә йөрөп ҡайталар. Балаларға бик оҡшай бында. Башҡортостан халҡы ҡунаҡсыл. Бер тапҡыр килгән балалар икенсе йылына ла был матур сараға эләгеү өсөн бар тырышлығын һала, — ти Татарстан делегацияһы етәксеһе, балалар йорто мөдире Раушан Мортазина.

Ижади конкурста күпселек сығыштар илһөйәрлек, тыуған ер, тыуған ил темаһына арналды. Булған бәхетегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата кешелекле булығыҙ, ауыр саҡта ла юғалып ҡалмай алға атлағыҙ, тип өндәште сәнғәт һөйөүсе балалар сәхнәнән йыр-шиғырҙар аша. Илебеҙ Рәсәй тураһындағы популяр йырҙар йыш яңғыраны. Бик матур бейеүҙәр ҙә булды.

Еңеүселәр фестивалде ябыу тантанаһында бүләкләнәсәк. Әле тағы ярыштар, осрашыуҙар көтә. «Бала саҡҡа ҡайтыу» фестиваленән һәр бала дәрт алып, күңеле үҫеп ҡайтыр. Сараның маҡсаты ла етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған ҡыҙҙар һәм малайҙарға төрлө яҡлап һәләттәрен асырға, киләсәккә һөнәр һайларға, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеү бит.

Максим Волобоев
Күңелдәре үҫеп ҡайталар
Күңелдәре үҫеп ҡайталар
Күңелдәре үҫеп ҡайталар
Күңелдәре үҫеп ҡайталар
Күңелдәре үҫеп ҡайталар
Күңелдәре үҫеп ҡайталар
Күңелдәре үҫеп ҡайталар
Фото:Максим Волобоев
Читайте нас: