12-14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙасаҡ. Сираттағы съезд Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы үткәреләсәк. Форумда республиканан, Рәсәй һәм сит ил төбәктәренән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Сара сиктәрендә “Торатау” конгресс-холында форумдар, түңәрәк өҫтәлдәр, секция һәм пленар ултырыштар планлаштырылған. Сараның маҡсаты – милләт-ара тыныслыҡты һәм берҙәмлекте нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, төбәгебеҙҙән ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү.
Башҡорттарҙың бишенсе Бөтә донъя ҡоролтайы барышында башҡорт, республикабыҙ территорияһында ғүмер итеүсе башҡа халыҡтарға ҡағылышлы төрлө проблемалар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителеүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бында рухи үҫеш, мәҙәниәт, тел, ассимиляция һәм интеграция мәсьәләләре лә, тыуған төбәктән ситтәге башҡорттарҙың бөгөнгө проблемалары ла. Республикала ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса бер нисә төр проект бойомға ашырылды. Был полилингваль гимназияларҙың тулы бер селтәре эше лә, башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант та, шулай уҡ уны популярлаштырыу буйынса проекттарға грантлы ярҙамға йыл һайын үткәрелеп килеүсе конкурстар ҙа.
Башҡорт халҡы съездына әҙерлек сиктәрендә, ағымдағы йылдың яҙында уҡ республикала район башҡорттары ҡоролтайҙарының отчёт-һайлау йыйылыштары уҙҙы, бында буласаҡ форум делегаттары һайланды. Форумда муниципалитетыбыҙ данын район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әҡлимә Ғәйетҡолова яҡлаясаҡ. Шуға ла беҙ бөгөн уға башҡорт халҡы съездына ниндәй идеялар менән барасағы тураһында һөйләүен һораныҡ.
-Миңә халҡым өсөн ошондай мөһим ваҡиғала ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе. Минеңсә, төп бурысыбыҙ – башҡорт телен, милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу. Әлеге ваҡытта Хәҙерге заман балаларының туған телдәрен белмәүе - ҙур проблема. Туған телде өйрәтеү балалар баҡсаһынан уҡ башланһа, уны мәктәптә уҡытыу еңелерәк булыр ине. Был процеста ата-әсәләрҙең роле айырыуса әһәмиәтле, тик әлегә ошо мөһим мәсьәләлә ата-әсәләр, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм балалар араһында ла бәйләнеш күренмәй. Ата-әсәләр менән эш бөтә республика башҡорттары ҡоролтайҙарының төп йүнәлеше булырға тейеш тип уйлайым, сөнки бюөтәбеҙ ҙә йәшәгән ерҙең мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау нигеҙе нәҡ ғаиләлә һалына.
-2024 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Йәштәр йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо ыңғайҙан районыбыҙҙа ниндәй саралар үткәрелде?
-Йәмәғәт берләшмәһенең эшен йәштәр ҡатнашылығынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Беҙ уларҙы районда үткәрелгән бөтә сараларға ла йәлеп итергә тырышабыҙ. Был мәҙәни, спорт саралары ғына түгел, ә экологик һәм төҙөкләндереү өмәләре лә, ирекмәндәргә маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә, блиндаж шәмдәре яһауҙа булышыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыу һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Календарь даталарҙы билдәләүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, 27 ғинуарҙа Батыр ауылы мәҙәниәт йортонда Студенттар көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Ойоштороусылар был байрамдың килеп сығышын һәм башҡа илдәрҙә уны нисек билдәләүҙәрен һөйләне. Студенттар уңыштары һәм яңылыҡтары менән уртаҡлашты. Артабан сара брейн-ринг формаһындағы интеллектуаль уйындар менән дауам итте.
Күләмле сараларҙан саңғы, милли көрәш буйынса ярыштар уҙҙы, улар Бөйөк ватан һуғышында, Афғанстанда, махсус хәрби операция үткәрелгән зонала һәләк булыуысы яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналды. Был илһөйәрлек сараларында Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Миәкә, Мәләүез райондары спортсылары ла ҡатнашты.
27 июндә Батыр ауылында Йәштәр көнөнә арналған “Киләсәк энергияһы” интеллектуаль брейн-ринг үткәрелде. Уйында ике команда ҡатнашты. Батыр мәҙәниәт йортоноң “Аманат” башҡорт халыҡ театры тамашасылар хөкөмөнә Таңсулпан Ғәрипованың “Китмәгеҙ, торналар!” һәм Урал Ғәлиевтың “Йәшәйәсәкбеҙ” повесы буйынса хәҙерге заман драматургы Владимир Жеребцовтың “Тау аҫтында тал илай” пьесаһын тәҡдим итте. Йыл дауамында районыбыҙҙың йәш таланттары республика кимәлендәге төрлө мәҙәни-күләмле сараларҙа муниципалитетыбыҙ данын яҡланы. Мәҫәлән, улар Мәләүез районында уҙған “Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан” 2-се район-ара йыр һәм шиғыр фестивалендә, “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттар республика фестивалендә, Күгәрсен районында уҙған “Рух майҙаны” йәштәр форумында, “Бауырһаҡ-фест” фольклор һәм кәҫептәр фестивалендә, “Тылсымлы ҡурай” ҡурайсылар конкурсында ҡатнашып, Дипломдар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Быйыл көҙ Юлдаш ауылы клубы мөдире Филүз Юлдашбаев районыбыҙҙың башҡорт ауылдарынан үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы-солистарҙың “Беҙ бергә” хәйриә концертын ойошторҙо. Йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән оҙатылды. 15 ноябрҙә Батыр ауылы мәҙәниәт йортонда РФ Ҡораллы көстәре хеҙмәтенән ҡайтыусы һалдаттар менән “Тыуған ил һаҡсылары менән ғорурланабыҙ” тип аталған осрашыу ойошторолдо. Һәр береһе хеҙмәт иткән осорҙағы иң иҫтә ҡалған ваҡиғалары менән уртаҡлашты, фотолар күрһәтте, хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Районыбыҙҙа йәштәргә, уларҙың ынтылыштарын ярҙам итеүгә, илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүгә, талантлыларҙы һәм һәләтлеләрҙе асыҡлауға айырым иғтибар бүленә.
-Башҡорттар ҡоролтайына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
-Йәмәғәт инициативаларын ишетерҙәр, социаль-әһәмиәтле программалар тәҡдим ителер, республика алға ынтылышлы хәрәкәтен дауам итер тип өмөтләнәм. Съезда ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә, төбәк халҡына тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ, иртәгәһе көнгә ышанысы булыуын, туған телдәрен һәм халҡының күркәм йолаларын һаҡлауҙарын теләйем.
Михайловка ауыл биләмәһе ауыл советы башлығы Венер Аҡсурин:
-Йәмәғәт ойошмалары урындағы үҙ идара үҫешендә, тәү сиратта, халыҡты тәрбиәләү һәм кешеләрҙе ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнай. Районыбыҙҙа быға тиклем Яңы Яуыш, Юлдаш, Кирюшкин ауылдары “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашты. Ә былтыр һәм быйыл – беҙҙең Батыр ауылы. Ошо проект сиктәрендә төҙөкләндереү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау буйынса эштәр, мәҙәни, спорт, аңғартыу саралары һәм акциялары үткәрелде. Йәғни, беҙҙең урындағы башҡорттар ҡоролтайы ауыл биләмәләре хакимиәттәре алдында ауылдарҙы үҫтереү буйынса етди мәсьәләләр ҡуя. Ауылдарыбыҙ йәшәһен һәм алға барһын өсөн килешеп, берҙәм, ойошҡанлыҡ менән эшләйбеҙ.
-Беҙ ысынлап та Башҡорттар ҡоролтайын көтәбеҙ. Был милләтебеҙ, республикабыҙ өсөн етди ваҡиға буласаҡ. Әлеге ваҡытта беҙ башҡарыласаҡ эштәр тураһында уйлайбыҙ, сөнки Ҡоролтайҙы үҙебеҙ өсөн дә, Рәсәй Федерацияһынан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн биҡ ауыр осорҙа йыябыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың 3 декабрендә тура бәйләнештә. |
Фото тәҡдим ителде.