“Еңеү өсөн!” төркөмөндәге өлкән йәштәге ирекмәндәр ике сменала, үҙҙәренә ыңғайлы ваҡытта, район элемтә узелы биргән биналарҙа эшләй. Кемдер селтәрҙәр үрә, кемдер бының өсөн туҡыманан таҫмалар әҙерләй, кемдер мендәр тыштары тегә, өйҙәрендә шлем ҡаплауҙары, йылы ойоҡбаштар бәйләүселәр ҙә бар. Венер Фәрит улы йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, уларҙың ирекле хеҙмәтенең әһәмиәтен билдәләне, ике бинаны ла ҡарап сыҡты, үҙе лә һорашты, ирекмәндәрҙең һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Яраланғандан һуң отпускыға ҡайтҡан хәрби был төркөм ирекмәндәре тураһында йылы һүҙҙәр әйтте: “Был төркөмдө күптәндән беләм, беренсе тапҡыр ғына осрашыуым түгел. Һәр ваҡыт йылы ҡаршы алалар, һорашалар, ярҙам итәләр. Подразделениебыҙ күрһәткән ярҙамығыҙ, һеҙҙең ҡулдар үргән селтәрҙәр өсөн рәхмәт әйтеүемде һораны. Селтәрҙәрегеҙ бик сифатлы, техниканы һәм блиндаждарҙы яҡшы маскировкалай, бихисап кеше ғүмерен һаҡлайҙар”.
Артабан ирекмәндәргә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Һалдаттар өсөн тегәбеҙ” цехы ирекмәндәре менән осрашыу бер аҙ һуңыраҡ уҙҙы, бында ла хәрәкәт активистарына шундай уҡ Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Бик тә әһәмиәтле һәм мөһим эшегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдергем килә. Һеҙҙең тырышлыҡ менән һаҡсыларыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың ғүмере һаҡлана. Ә иң мөһиме – һеҙ яугирҙәребеҙҙең күңелендә, уларҙы көтәләр, борсолалар, улар тураһында ҡайғырталар тигән ышаныс тыуҙыраһығыҙ. Һеҙ үргән селтәрҙәрҙең һәр таҫмаһында күңел һәм ҡулдарығыҙ йылыһы. Һеҙҙең ярҙам менән яугирҙәребеҙ көслө, үз-үҙҙәренә ышанып, дошманды еңеп алға баралар. Фронтҡа ярҙамығыҙбаһалап бөткөһөҙ. Был эште дауам итергә көсөгөҙ ҙә, сәләмәтлегегеҙ ҙә етһен”, - тине район башлығы.
Ул бында ла цех биналарын ҡарап сыҡты, ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһынды, ирекмәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Тегелгән әйберҙәргә айырыуса иғтибар бүлде, посылкаларҙы, селтәрҙәрҙе, шәмдәрҙе, аҙыҡ-түлек һәм яугирҙәргә фронтта кәрәкле башҡа әйберҙәрҙе ҡайҙарға һәм кем менән, ниндәй транспортта оҙатыуҙары тураһында ҡыҙыҡһынды.
Башҡортостан Респаубликаһы Диңгеҙ йыйылышы район бүлексәһе рәйесе Виктор Веселов цех ирекмәндәрен байрамдары менән ҡотланы, ул ике төркөм менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уларҙың изделиеларын Өфөнөң логистик үҙәгенә илтеп тапшыра, бынан гуманитар ярҙам махсус операция зонаһына оҙатыла.
Күптән түгел генә билдәләнә башлаған Ирекмәндәр көнө кешеләргә эскерһеҙ ярҙам итеүселәрҙе хөрмәтләү, дан өсөн түгел, ә йәмғиәтебеҙгә файҙа килтереү өсөн тырышыусылар тураһында һөйләр өсөн булдырылған. Ирекмәндәр әлеге ваҡытта беҙҙе һаҡлаусы, алғы һыҙыҡта тыныслыҡ урынлаштырыусыларға ярҙам итә. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Улар йәш, көслө ярҙамсыларға мохтаж.
Алһыу САБЛИНА фотолары.
3 декабрҙә, тура бәйләнеш ваҡытында, Республикабыҙ Башлығы бөтә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм ауыр ваҡытта илебеҙҙең берҙәмлегенең мөһимлеген, үҙенең ауыр эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, был халыҡты берләштереү һәм операцияла ҡатнашыусыларҙың әһәмиәтен арттырыу өсөн стимул булды, тип билдәләне. Шулай уҡ ул частарға юланғанда фажиғәле осраҡ һалдаттарҙың һәләк булыуы тураһында һөйләне һәм хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеген һәм сәфәрҙәренең уңайлылығын тәьмин итеү өсөн автобуста йөрөтөүҙе ойошторорға тәҡдим итте. |
-Ысынында, беҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек шуға йүнәлтелергә тейеш, - тип рәхмәт белдерҙе төбәк башлығы яугиргә. МХО-ла ҡатнашыусы – әлеге ваҡытта иң мөһим кеше, беҙ быны өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ.
(Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылдың 3 декабрендә тура бәйләнештә сығышынан.)
Ҡотлайбыҙ
МХО-ға ярҙам хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостандағы бүлексәһенең Рәхмәт хаты менән Фёдоровка ауылының “Еңеү өсөн!” һәм “Һалдаттар өсөн тегәбеҙ” ирекмәндәр төркөмө бүләкләнде. “Һеҙҙең ышаныслы гражданлыҡ позицияғыҙ һәм ауыр ваҡытта ярҙам итеү теләгегеҙ илебеҙ граждандарының көсөн һәм берҙәмлеген күрһәтә, был уның үҫеше һәм именлеге өсөн нигеҙ булып тора”, -тиелә ирекмәндәргә мөрәжәғәттә.
Әүҙем гражданлыҡ позициялары, ирекмәндәр эшмәкәрлегенә шәхси өлөш индергәндәре өсөн һәм Ирекмәндәр көнө айҡанлы, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостандағы бүлексәһенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән ирекмәндәр:
Полина Акимовна Никифорова, Лидия Александровна Потапова, Василий Трофимович Голенастов, Виктор Андреевич Куприянов, Раиса Васильевна Шеверёва, Нина Сергеевна Синёва, Роза Рәүеф ҡыҙы Зөбәйерова, Елена Ивановна Афанасьева, Мөршиҙә Мәзит ҡыҙы Хәмиҙуллина, Рәмзиә Сабур ҡыҙы Яҡупова, Гөлназ Рәшит ҡыҙы Мөрсәлимова, Гөлнур Йәғфәр ҡыҙы Ниғмәтуллина, Мәүсилә Баян ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Нурия Әғзәм ҡыҙы Мусина, Сәүиә Әғзәм ҡыҙы Мәхмүтова, Валентина Трофимовна Кузьмина, Валентина Петровна Палаева, Гөлсәсәк Сәғетдин ҡыҙы Ғаффарова, Вәсилә Нурфәиз ҡыҙы Бикбаева, Зөһрә Кашаф ҡыҙы Насирова, Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы Хакетдинова, Любовь Александровна Скляр, Рушания Бәшир ҡыҙы Азиғолова, Нурия Йәүҙәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Нурсилә Фидаил ҡыҙы Мостафина, Азия Сәхиулла ҡыҙы Иҫәнбаева.