30 июлдә Асҡын юл ремонт-төҙөлөш идаралығы Ҡубыяҙ һәм Урмияҙ ауылдары араһында урынлашҡан Асҡын-Көнгәк автомобиль юлы участкаһына асфальт түшәй башланы.
Уҙған йылда башланған эштәр "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында алып барыла.
Төҙөлөш миҙгеле аҙағынаса бөтәһе 4,5 саҡрымға асфальт һалырға кәрәк. 2021 йылда 5 саҡрымына асфальт түшәлгән. Дөйөм күләме 10,4 саҡрым тәшкил итә. Был объект күсмә - эштәрҙе тулы күләмдә тамамлау 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Бер үк ваҡытта «БашАльянсСтрой» юлсылары ҡырсынташ түшәүҙе дауам итә. Ремонт үткәреү планлаштырылған юл участкаһында улар нигеҙ әҙерләнгән, юл ҡатламы ҡоролған. Эштәр майҙа башланған.
Яңылыҡ сығанағы һәм фото: https://askino.bashkortostan.ru/