+30 °С
Облачно
Общие статьи
3 Августа 2022, 04:44

Нуриман районында балыҡсылар ярышы үтте

Павловка һыу һаҡлағысында «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә, йәйге ҡалҡыуыс менән балыҡ тотоу ярыштары үтте.

Нуриман районында балыҡсылар ярышы үттеНуриман районында балыҡсылар ярышы үтте
Нуриман районында балыҡсылар ярышы үтте

Павловка һыу һаҡлағысында «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә, йәйге ҡалҡыуыс менән балыҡ тотоу ярыштары үтте.

Яҡшы һауа торошо, саф һауа һәм күтәренке кәйеф менән - барыһы ла ҡатнашыусыларҙы ҡыуандырҙы. Спортсылар сәмләнеп ярышҡа әҙерләнде һәм һәр кем еңергә теләне.

- Йәйге балыҡ ҡармаҡлау бәйгеһе Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәрелә, һәм, әлбиттә, ғәҙәти булмаған ярышта ҡатнашыусылар өсөн - файҙалы  һәм яҡшы ял итеү мөмкинлеге бирҙе! Район халҡы һәм ҡунаҡтар араһында төрлө йәштәге кешеләрҙе күреү айырыуса ҡыуаныслы булды. Бөгөн беҙҙең барыбыҙҙы ла спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә һөйөү берләштерҙе, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

 

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://nuriman.bashkortostan.ru/

 

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас