

Үҙ хеҙмәтеңдең емештәренән файҙаланыр мәл дә етте. Оҫта хужабикәләр был йәшелсәнән ниндәй генә мөғжизәләр эшләмәй! Мин дә һеҙҙең менән үҙемдең рецебым менән бүлешергә булдым. Ҙур булмаған кабачокты (таш ҡабаҡ) алабыҙ, йәшелсә ҡырғыста ҡырып, тоҙ һибәбеҙ ҙә, артыҡ һуты сығып бөтһөн өсөн 20 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Шунан уны һығып, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы он, тоҙ, борос һалып туғылайбыҙ һәм майһыҙ ғына көйҙөрмәҫ (антипригар) табала һәр яғын 4 минут тирәһе өҫтөн ҡаплап ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер ҡоймаҡ өҫтөнә һарымһаҡ менән сыр ҡушылған майонез һөртәбеҙ, күңелегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ. Бик тәмле!