Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә «Йәшлек» паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре һалдаттарына стела асыу тантанаһы үтте. Ул десант ғәскәрҙәре ветерандары инициативаһы буйынса уларҙың аҡсаһына төҙөлгән. Сара «Мәғариф» милли проектының «Патриотик тәрбиә» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолдо.
Стеланы ҡуйыу - планлаштырылған эштәрҙең башы ғына, тип билдәләнеләр асыу тантанаһында. Киләсәктә бында десантсыларға һәйкәл һәм пехотаның хәрби машинаһы барлыҡҡа киләсәк. Десантсыларҙың ойошмаһы йылдан - йыл нығый барасаҡ һәм тағы ла күберәк яугирҙарҙы үҙ сафына аласаҡ.
Яңылыҡ сығанағы һәм фото: https://askino.bashkortostan.ru/