«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Борай районы эшҡыуарҙарына консультатив ярҙам күрһәтелә.
Юл буйы сервисы объекты күптән мөһим мәсьәлә. Районда ҡунаҡханалар етешмәүе ныҡ һиҙелә, тиҙҙән был проблеманы «Альтернатива» магазины урынында төҙөләсәк яңы ҡунаҡхана хәл итәсәк. Уңышлы һәм тәжрибәле эшҡыуарҙарҙың береһе Рөстәм Фәйезов үҙе өсөн яңы йүнәлешкә аҡса һалған. Ул уңайлы хаҡтар буйынса сифатлы хеҙмәт күрһәтергә ниәтләй. Әлеге ваҡытта бинаға бөтә коммуникациялар үткәрелгән, төп эштәр тамамланған. Алты бүлмәле ҡунаҡхана тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙерләнә.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://buraevo.bashkortostan.ru/