Райондың «Бергә» йәштәр йәмәғәт ирекмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлеге «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Улар Йәштәр эштәре, физкультура һәм спорт буйынса комитет белгестәре менән бергә райондың ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡәберлектәрен таҙартыу буйынса саралар үткәрә. Ошо көндәрҙә Оло Туғанай ауылы зыяратында шәмбе өмәһе үтте.
«Ошо ҡәберҙәрҙең һәр ҡайһыһын таҙартыу – ҡаһарман яугирҙарға хөрмәт күрһәтеү. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың бер генә ҡәберлеге лә иғтибарһыҙ ҡалмаһын ине», - тип билдәләне йәштәр менән эшләү буйынса белгес Ильмира Әхмәтханова.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://kaltasin.bashkortostan.ru/