+2 °С
Болотло
Хәйбулла районында «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында сираттағы ултырыш үтте. Унда Һамар ауылынан Бикмөхәмәтовтар ғаиләһе ҡатнашты. Уларҙа крәҫтиән-фермер хужалығы бар. Ғаилә мал һимертеү буйынса производствоны киңәйтергә ниәтләй. Ә проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы кәрәк.
Белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса Бикмөхәмәтовтар ғаиләһенә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://haibulla.bashkortostan.ru/