Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Кочетов һәм Имай Насыри урамдарында 3 саҡрымға яҡын юлды төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Юлды ремонтлауға яҡынса 34,5 миллион һум йүнәлтелгән.
Был урамдарҙа «Содовик» мәҙәниәт һәм ял паркы, маршал Жуков исемендәге парк һәм ҡала мәҙәниәт һарайы кеүек социаль әһәмиәтле объекттар урынлашҡан. Кочетов урамында - Урман урамынан Бабушкин урамына, ә Имай Насыри урамында Черноморская урамынан Октябрь проспектына тиклемге участканы яңырттылар. Шулай уҡ юлды ремонтлау сиктәрендә маршал Жуков исемендәге паркҡа йәйәүлеләр үткәүеле төҙөкләндерелде. Хәҙер Стәрлетамаҡ халҡы Кочетов һәм Имай Насири урамдары яғынан парктарға һәм ҡала мәҙәниәт йортона машинала ла бара ала.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://transport.bashkortostan.ru/