Өфөнөң Дим районындағы «Яркий» биҫтәһендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Торлаҡ» федераль проекты сиктәрендә яңы юл участкаларын һәм инженер коммуникацияларын төҙөү буйынса эштәр дауам итә. Атап әйткәндә, 2022 йылдың аҙағына биҫтәлә 2,5 саҡрым самаһы хәүефһеҙ һәм сифатлы юл һалынасаҡ. Яңыртылған объекттар исемлегенә Архитектор Кәлимуллин, Кустаревская Яр буйы, Акварель, Евгений Столяров, «Яркий» бульвары урамдары, шулай уҡ 8-се, 3-сө һәм 4-се квартал араһы урамдары юлдары инә.
Төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланғандан һуң халыҡ капиталь асфальт-бетон япмалы, ямғыр канализацияһы һәм тышҡы яҡтыртыу йыһаҙдары булған автомобиль юлы, тротуарҙар һәм велосипед юлдарына эйә буласаҡ.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://ufacity.info/