+1 °С
Болотло
26-28 августа Стәрлетамаҡтың тарихи майҙанында «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтәсәк. Байрам «Эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Ғәйәт ҙур сараның беренсе көнө урындағы коллективтарҙың концертынан башланасак. 27 августа Стәрлетамаҡ халҡын һәм ҡунаҡтарын бай программа көтә. Һөнәрселек йәрминкәләре эшләйәсәк, фестиваль ҡунаҡтары оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ. 28 августа ҡала Мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙең билдәле спикерҙары Игорь Манн һәм Иван Черемных ҡатнашлығында семинар үтәсәк.
Яңылыҡ сығанағы: https://sterlitamakadm.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/301368