Төбәктең мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһында ҡатнашҡан Кубыяҙ ауылы Мәҙәниәт йорто асылыуҙа ҡатнашты. Федераль проект гранты сиктәрендә финанслауҙың дөйөм күләме 3 миллион 766 мең 22 һум тәшкил итте.
- Йыл һайын «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 20 мәҙәниәт объекты, ә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә 15 ауыл мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яңыртыла. Кубыяҙ ауылы мәҙәниәт йортонда сәхнә кейемдәре, театр креслолары, тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары, музыка ҡоралдары һатып алынды, ижади коллективтар өсөн костюмдар тегелде, - тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Яңылыҡ сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/304067