+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
7 Апрель 2023, 14:31

Сәхнәнән моң ағыла...

"Ил  яҙмышы- халыҡ яҙмышы" хәйриә акцияһы сиктәрендә концерттар дауам итә.

Сәхнәнән моң ағыла...
Сәхнәнән моң ағыла...

"Ил  яҙмышы- халыҡ яҙмышы" хәйриә акцияһы сиктәрендә концерттар дауам итә. Кисә ошо сара Фёдоровка районы Аҡбулат ауыл клубында уҙҙы. Иҫ китмәле йырҙары, күңелгә үтеп инерлек шиғырҙары менән һәүәҫкәр артистар аҡбулаттарҙың күңелен арбаны. Һәр сығышты көслө  алҡыштарға күмеп ҡаршы алды, оҙатты ауыл халҡы. Хәлил Рәхимовтың туған илгә, йәнтөйәгенә, туған теленә, әсәйҙәргә, ауыл халҡына бағышланған шиғырҙары  бер кемде лә битараф ҡалдырманы, оло  йәштәге апайҙарҙың ғына түгел, йәштәрҙең дә күҙенә йәш эркелде. Ошо шиғыр юлдары Гончаровка ауылынан "Сердәшләр" ансамбленең, моңло һандуғас, коллегабыҙ Саимә Абдуллинаның йырҙары менән үрелеп барҙы. Концерттан ыңғай тәьҫораттар, илһам алып таралышты ауыл халҡы.

Концерттар киләһе аҙнала Өсбүләк, Әтәс һ.б. ауылдарҙа уҙасаҡ.

Рәзинә АҠСУРИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотолары һәм видеолары .

Автор:Зиля Файзуллина
Читайте нас: