+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Декабрь 2023, 14:32

Төп байлығыбыҙ – тырыш халҡыбыҙ

Төп байлығыбыҙ – тырыш халҡыбыҙ
Төп байлығыбыҙ – тырыш халҡыбыҙ

Юрматы далалары урындағы халыҡтың шундай уҡ ирек һөйөүсе, көслө холҡон формалаштыра. “Юрматы” совхозы эшләгән дәүерҙә, уның хеҙмәтсәндәренең даны районыбыҙҙан ситтә лә билдәле ине. Юғары уңыш, һауым һәм артым алыу һөҙөмтәһендә эш хаҡы ла юғары булды, кешеләр етеш йәшәне. Производство һәм социаль-мәҙәни объекттар, уңайлыҡтары булған яңы йорттар төҙөлдө. Хәҙер, был ерҙә тормош ҡайнап торған элекке йылдарҙы иҫкә төшөрөргә генә ҡала. Халыҡ ҡартая, йәштәр яҡшыраҡ тормош эҙләп ҡалаларға китә. Пугачёв ауыл биләмәһе ауыл советы башлығы Ринат Йәүҙәт улы Тимербулатов 1977 йылдан Юрматыла йәшәй һәм эшләй һәм быларҙың бөтәһен дә күреп белә. Ул көндәлек тормошта килеп тыуған мәсьәләләрҙе оҫта хәл итә. Әүҙем, оптимист. Уның менән әңгәмәбеҙҙә урындағы үҙидараның халыҡтың уңайлы шарттарҙа йәшәүе, мәҙәни саралар үткәреү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

-Ринат Йәүҙәт улы, ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү, юлдарҙы тейешле тәртиптә тотоу тураһында һөйләһәгеҙ ине.

-Яҙҙан көҙ аҙағынаса ауылда өмәләр йыш үткәрелә, халыҡ шәхси йорт тирә-яғын таҙа тота. Ә ауыл биләмәһе, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре, мәсеткә ғибәҙәт ҡылырға йөрөүселәр үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙы тәртипкә килтерҙе.

Ҡышын биләмә эсендәге юлдарҙы элеккесә Фәнзил Сурбаев ҡарҙан таҙарта, уның менән килешеү төҙөлдө  лә инде. Ул МТЗ-82 тракторында эшләй, әммә ҡар ныҡ баҫып китһә, көслөрәк техникаһын – К-700 тракторын ҡабыҙа.

Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса проблема юҡ.

-Башҡа ауыл биләмәләрендәге һымаҡ, һеҙҙең дә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы бар, уның буйынса быйыл нимәләр эшләргә планлаштырҙығыҙ?

-Эҙерлек эштәре күптәндән алып барыла һәм 15 декабрҙә граждандар йыйылышы уҙасаҡ, бында иң мөһим мәсьәләне һайлаясаҡбыҙ. Тәҡдим ителгәндәре: Юрматы ауыл мәҙәниәт йорто, Пугачёв ауыл биләмәһе ауыл советы хакимиәте бинаһы түбәләрен капиталь ремонтлау, балалар баҡсаһы эргәһендә балалар майҙансығы өсөн ҡорамал һатып алыу һәм урынлаштырыу. Ошо өс пункттың береһен халыҡ һайлап аласаҡ.

-Эш йомғаҡтары яһар мәл – йыл аҙағы яҡынлаша. Һеҙҙә урындағы биләмә бюджеты үтәлеше нисек?

-Бюджетка бөтә төр килемдәр буйынса план арттырып үтәлде һәм 127 процент тәшкил итте. Торгтар аша беҙ файҙаланыуҙа булмаған келәт бинаһын һаттыҡ. Биш гектар бесәнлек майҙанын ҡуртымға бирҙек. Шунлыҡтан киләһе йылда бюджет тулыланыр тип уйлайым.

-Юрматы ерендә ниндәй предприятиелар уңышлы эшләй?

-“ СП Юрматы”  йәмғиәтендә 15 кеше эшләй, предприятие үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ағымдағы йылда бында бер ферма үҙгәртеп ҡоролдо һәм киләсәктә тағын береһен ремонтлау күҙ уңында тотола, бында малдар ҡул көсөнән башҡа аҫраласаҡ. Уларҙа һауым һыйырҙары һәм һимертеүгә ҡуйылған йәш малдар аҫрала.

Фермерҙар ҙа үҙ етештереү эшмәкәрлеген алып бара. Гөлсинә Сурбаева менән улы Фәнзил ауыл хужалығы культуралары үҫтерә һәм аттар үрсетә. Альберт Таюпов менән Аҙамат Ибраһимов үҫмлекселек менән шөғөлләнә һәм, бынан тыш, ағымдағы йылда Аҙамат Шайморат улы бройлерҙар алып һимертте.

Львовкала ла ике фермер бар; Земфира Искәндәрова бары тик малсылыҡ менән генә мәшғүл, ә Нуриман Берлишев үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла үҫтерә.

Рөстәм Ханнанов, ирле-ҡатынлы Фатима һәм Рәсим Вәлитовтар халыҡты яңы бешкән икмәк, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ауылыбыҙҙа, эшҡыуарларҙың өс магазины бар. Руслан Шахморатовтың билмән цехы элеккесә эшләй, уларҙың кулинария әйберҙәре үҙебеҙҙә һәм күрше райондарҙа һатыла.

Ауылыбыҙҙа Өлкәндәр, Әсәйҙәр көндәре, Яңы йыл, 23 февраль, 8 март кеүек саралар үткәрелгәндә, беҙ ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселегенә, фермерҙарға, эшҡыуарҙарға бағыусы ярҙамы һорап мөрәжәғәт итәбеҙ һәм улар бер ваҡытта ла үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмай. Уларға бөтәһенә лә ҙур рәхмәт.

-Ринат Йәүҙәт улы, урындағы халыҡ тураһында нимә әйтер инегеҙ, улар шәхси ихаталарында нимә менән шөғөлләнә?

-Төп байлығыбыҙ – тырыш халҡыбыҙ, был юғарыла аталған фермерҙарға, эшҡыуарҙарға, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ тотоусыларға ҡағыла. Мал иҫәбе һуңғы йылдарҙа кәмене, шулай ҙа ауылыбыҙ өсөн, 110 һәм 60-ар башлы ике көтөү булыуы, бик тә яҡшы, минеңсә. Кешеләр һөт продукцияһы һәм ит менән үҙҙәрен генә тәьмин итеп ҡалмай, ә артҡанын баҙарҙа ла һата, ит артынан алып-һатарҙар ҙа килә.

Һөт йыйыусыбыҙ Хәбир Вәлитов ошо көнгә тиклем аҙнаға өс тапҡыр шәхси ихата тотоусыларҙан һөт йыя. Бихисап өйрәк, бройлер, ҡаҙ аҫраусы хужабикәләребеҙ ҙә бар.

-Илебеҙҙә махсус хәрби операция темаһы һәр кемгә ҡағылды. Был йүнәлештә һеҙҙә нимәләр эшләнә?

-Беҙҙең дүрт егетебеҙ МХО-ға мобилизацияланды. Ауылда уларҙың ғаиләләре йәшәй, уларҙы беҙ иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтәбеҙ.Ҡышын йорттарына инә торған юлдарҙы ҡарҙан таҙартабыҙ. Күптән түгел ике ғаилә өсөн ярылған утын килтерҙек, ә ҡалған икеһенә Яңы йылға тиклема килтерәсәкбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яуғирҙәргә ойоҡбаштар бәйләп оҙатты. Ауыл халҡы МХО кәрәк-яраҡтары өсөн аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.

-Ауыл биләмәһендә мәҙәни һәм спорт тормошо тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.

-Мәҙәниәт беҙҙә тейешле кимәлдә, ауыл клубында төрлө саралар даими үткәрелә. Был ауыл мәҙәниәт йорто директоры Диләфрүз Ихсанова һәм китапханасы Галиә Хөббөтдинованың ҡаҙанышы. Ике татар ансамле бар, береһендә – йәштәр, икенсеһендә ауылдың ағинәйҙәре йырлай.

Күптән түгел Үрге Яуыштан үҙешмәкәр сәнғәт артистары матур концерт менән килде.

Китапхана ҡарамағында ҡул эштәре түңәрәге эшләй, бында теләге булғанда бәйләү менән шөғөлләнергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Уйна, гармун!” байрамына һәм Яңы йылға әҙерләнә.

Спорт тормошо, ғөмүмән, урындағы мәктәптә ҡайнай, бында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең баскетбол түңәрәге эшләй, уны тренер Фәрүәз Кәшәев алып бара. Уҡытыусы Рәсим Хәлитов балаларҙы йәйәнән атырға өйрәтә.

Беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа бар. Ауыл биләмәһе Һабантуй-2023 –тә тирмәләр конкурсында икенсе урын яулап, Диплом менән бүләкләнде. Пугачёв ауыл биләмәһенең йыйылма командаһы быйыл августа Физкультурниктар көнөнә арналған дөйөм команда зачётында беренсе урын яуланы. Былтыр ирҙәр спорт фестивалендә командабыҙ дөйөм зачётта икенсе урын яулағайны

Ҡышын беҙҙә саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәр күп, ғәҙәттә мизгелде асып ярыштар үткәрәбеҙ, һуңынан уны ябып, йәнә ярыштар ойошторабыҙ

Мин үҙем дә спорт менән дуҫ, сөнки 1977 йылда хеҙмәт юлымдыЮрматы мәктәбендә физкультура һәм башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булараҡ башлағайным.

-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәк 2024 йылда уңыштар теләйбеҙ!

 

 

Галина БАТМАНОВА әңгәмәләште.

Фото тәҡдим ителде.

 

 

 

 

 

Читайте нас: