+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июль 2022, 09:45

Күмертау ҡалаһында «Бөтә быуын моряктарына» бағышланған монумент асылды

Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты көнө байрамы алдынан, Күмертау ҡалаһының Еңеү паркында хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәргә арналған иҫтәлекле комплекс асылды.

Ул «Бөтә быуын моряктарына арнала» тип яҙылған обелисктан, якорҙән һәм швартовкалау элементтарынан тора. Был комплекс моряктарҙың иҫтәлекле даталарҙа осрашыу урыны һәм «Мәғариф» милли проектының «Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендәге сараларҙы үткәреү үҙәге буласаҡ.

Сарала һыу аҫты һәм һыу өҫтө көстәре, флоттың яр буйы ғәскәрҙәре ветерандары һәм диңгеҙ авиацияһы летчиктары ҡатнашты һәм  «Юнга» хәрби-патриотик клубының йәш тәрбиәләнеүселәре лә саҡырылғайны.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://www.admkumertau.ru/ru/administratsiya-gorodskogo-okruga/organy-upravleniya/organizatsionnaya-struktura-administratsii/zamestitel-glavy-administratsii-po-sotsialnoj-i-kadrovoj-politike-i-strukturnye-podrazdeleniya/54-otdel-razvitiya-sotsialnoj-sfery-molodezhnoj-politiki-i-sporta

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: