+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июль 2022, 08:41

Асҡын ауылының ауыл хужалығы һөнәри колледжы яңыртыласаҡ

"Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында унда этаплап ремонт үткәрелә башлаясаҡ.

Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәри колледжын капиталь ремонтлауға 69 миллион 92 мең һум аҡса бүленәсәк. Уҡытыу корпусы, ятаҡ, ашхана биналары йүнәтеләсәк. Исемлеккә биналарҙы йылытыу һәм металл панелдәр менән йөҙләү, стеналарҙы эске биҙәү, иҙән-тәҙрәләрҙе, яҡтыртыу приборҙарын алмаштырыу,инеү урынын, һыу үткәргесте, санитар узелды ремонтлау һәм башҡалар инә.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов билдәләүенсә, капиталь ремонт Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт һәм төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында үткәреләсәк.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://askino.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: