+2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июль 2022, 06:59

Борай районында үҫмерҙәр өсөн патриотик саралар үтте

Улар «Мәғариф» милли проектының «Илһөйәрлек тәрбиәһе» федераль проекты сиктәрендә үткәрелде.

Борай районында үҫмерҙәр өсөн патриотик саралар үтте
Борай районында үҫмерҙәр өсөн патриотик саралар үтте

Улар «Мәғариф» милли проектының «Илһөйәрлек тәрбиәһе» федераль проекты сиктәрендә үткәрелде.

Борай ауылының «Танып» сәләмәтләндереү лагерында ял итеүсе балалар өсөн Илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрелде. «Хәрби туғанлыҡ» Борай бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Айҙар Ситдиҡов һәм активист Рәнис Ихсанов Ватанды һаҡлаусыларҙың йолалары һәм хәрби бурыстары менән таныштырҙы, үҙ хеҙмәте тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, балаларға яҡшы ял һәм яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.

Мамаҙы ауылы клубында ла «Батырлыҡ, намыҫ һәм дан тураһында» тип аталған патриотик сәғәт үтте. Йыйылыусылар алдында «Хәрби туғанлыҡ» Борай бүлексәһе активистары Артём Атнафиҡов менән Герман Әхмәтшин сығыш яһаны.

 

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://buraevo.bashkortostan.ru/

Борай районында үҫмерҙәр өсөн патриотик саралар үтте
Борай районында үҫмерҙәр өсөн патриотик саралар үтте
Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: