«Мәғариф» милли проектының «Илһөйәрлек тәрбиәһе» федераль проекты сиктәрендә, Красный Холм ауылы Нефтселәр мәҙәниәт йорто коллективтары сығыштары һәм моделле китапханаһында балаларға патриотик тәрбиә биреү буйынса сираттағы саралар үтте.
Балалар илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың дәүләт символдары менән танышты, кино кисәһендә булды һәм викторинала ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар балалар менән бергә асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрҙө, «Мальчиш-Кибальчиш тураһында әкиәт»те ҡараны. Фильмды ҡарағандан һуң йәштәрҙең бик күп һорауҙары тыуҙы, уларға барыһы ла дәррәү яуап бирҙе. Сара аҙағында балалар тематик викторинала ҡатнашты.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://kaltasin.bashkortostan.ru/