+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Август 2022, 09:23

Милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бүздәк районында өс белем биреү учреждениеһы яңыртыла

2022 йылда «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу программаһына райондың өс мәғариф учреждениеһы инде.

Милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бүздәк районында өс белем биреү учреждениеһы яңыртыла
Милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бүздәк районында өс белем биреү учреждениеһы яңыртыла

2022 йылда «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу программаһына райондың өс мәғариф учреждениеһы инде. Ташлыкүл мәктәбендә спорт залы төҙөкләндерелде: тәҙрәләр яңыртылды, түшәм ағартылды.

Бүздәк ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү усағында мәктәп ҡурсаҡ театры асыласаҡ, өҫтәмә белем биреү буйынса 20 яңы урын ойошторола. Компьютер һәм тауыш көсәйтеү ҡорамалдары, театрлаштырыу өсөн пәрҙә һатып алынған.

Үҫмерҙәр өсөн «Олимп» үҙәгендә өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса 60 урын асыла. Бында яңы идеялар һәм проекттар менән «Йәш хәбәрсе» һәм «Медиастудия» берләшмәләре эшләй башлаясаҡ.

 

Яңылыҡ һәм фото сығанағы:  https://buzdyak.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: