-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Август 2022, 10:24

Яңы уҡыу йылына яңы белем менән

Секция ултырыштары йыл һайын август аҙағында ойошторола. Яңы уҡыу йылы алдынан белем биреү учреждениелары педагогтары һәм тәрбиәселәре парта артына ултыра.

Яңы уҡыу йылына яңы белем менән
Яңы уҡыу йылына яңы белем менән

Секция ултырыштары йыл һайын август аҙағында ойошторола. Яңы уҡыу йылы алдынан белем биреү учреждениелары педагогтары һәм тәрбиәселәре парта артына ултыра.
Уҙған аҙнала Фёдоровка ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә уҡытыусылар өсөн дәрестәр уҙҙы. Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге бинаһындағы кабинеттарҙың береһенә директор урынбаҫарҙары, ә «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһында тәрбиәселәр йыйылды.
Мәғариф бүлеге методистары һәм муниципаль методик берләшмәләр етәкселәре уҙған 2021-2022 уҡыу йылына анализ яһаны, яңыртылған федераль дәүләт мәғариф стандарттарын индереү, 2022-2023 йылдарға уҡыу предметтары буйынса эш программаларын әҙерләү һәм яңы бурыстар ҡуйҙы.
Докладтар барышында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары секцияһында А.С. Пушкиндың юбилейына арналған оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Туған тел уҡытыусылары дәрес ваҡытында һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек темаһын асты.
Ике көн дауамында Фёдоровка ауылының 2-се мәктәбе ашханаһында райондың бөтә белем биреү ойошмалары ашнаҡсыларының профессиональ әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек һәм квалификацияһын күтәреү курстары үтте. Уҡыуҙы Өфө индустрия, туҡланыу һәм сервис колледжы уҡытыусыһы Наталия Николаевна Никитина алып барҙы. Лекция 2021 йылда индерелгән санитар ҡағиҙәләргә ҡағылды. Ашнаҡсылар күп нәмәләр белде һәм тест һорауҙарына яуап бирҙе. Алынған белем уларға балалар өсөн тәмле һәм файҙалы аш-һыу әҙерләргә ярҙам итәсәк.


Автор фотоһы.

Автор: Елена Маганева
Читайте нас