Аттарында елдәй елгән һәм йөҙҙәрендә ҡырыҫлыҡ сағылған ҡаҙаҡ егеттәре “Башҡорт аты” фестивалендә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ә мине бер һорау ҡыҙыҡһындырҙы: улар башҡорт аттары тураһында ниндәй фекерҙә? Үҙҙәренең аттары тураһында ниҙәр әйтер? Был һорауҙы Ҡаҙағстан егете Колғанат Жубаниязовҡа йүнәлттем...
Аттарында елдәй елгән һәм йөҙҙәрендә ҡырыҫлыҡ сағылған ҡаҙаҡ егеттәре “Башҡорт аты” фестивалендә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ә мине бер һорау ҡыҙыҡһындырҙы: улар башҡорт аттары тураһында ниндәй фекерҙә? Үҙҙәренең аттары тураһында ниҙәр әйтер? Был һорауҙы Ҡаҙағстан егете Колғанат Жубаниязовҡа йүнәлттем. Әйкнәдәй, ул русса бөтөнләй һөйләшмәй. Үҙ-ара башҡортса һәм ҡаҙаҡса һөйләшеп бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңланыҡ шулай ҙа.
“Беҙҙә адай һәм джабе тоҡомло аттар таралған. Уларҙы тәүгеһе һыбай сабырға, ярыштар өсөн бик шәп. Джабелар иһә ит һәм һөт-ҡымыҙ өсөн тотола. Улар менге ярыштарына бармай. Уның ҡарауы ашауға талымһыҙ, бөтә шарттарға ла яраҡлаша алалар.
Башҡорт тоҡомло аттарына бик тә һоҡланабыҙ. Сөнки улар бөтә шарттарға ла тиҙ яраҡлаша. Өҫтәүенә, бик етеҙҙәр һәм шәптәр. Башҡорт айғырҙары тураһында беҙҙең ҡаҙаҡ далаларында легендалар йөрөй. Һеҙҙең республика Башлығы Радий Хәбировтың нәҡ башҡорт атына бағышланған сара үткәреүе оло маҡтау һәм хуплауға лайыҡ Сөнки һәр милләт ҡото һәм тарихы булған аттарының тоҡомон һаҡлауға һәм үҫтереүгә көс һалырға тейеш. Был йәһәттән башҡорттар маҡтауға лайыҡ. Әгәр бындай фестивалдәр Башҡортостанда киләсәктә лә үткәрелһә шәп булыр ине. Беҙ мотлаҡ тағы киләсәкбеҙ”,-тине Колғанат.
“Шулай ҙа ҡайһы аттар шәберәк – башҡорт тоҡомломо әллә ҡаҙаҡтарҙыҡымы?”-тигән һорау Колғанат йылмайып: “Икеһе лә шәп. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙекеләргә өйрәнгәнбеҙ. Шулай ҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ элек-электән бер-береһенә алыш-биреш итә. Боронғо замандарҙа бер-береһенең өйөр-өйөр аттарын да ҡыуып алып киткән, һылыу ҡыҙҙарын да урлаған. Был осраҡлы түгел бит”,-тине.
Ҡаҙаҡ егеттәренә уңыштар теләп артабан атланым. Ә шулай ҙа беҙҙең башҡорт аттары шәп тип уйлап барам. Һәм хәтергә аттарҙың төҫөнә һәм холҡона ҡарап әйтелгән башҡорттарҙың тапҡыр һүҙҙәре иҫкә төштө. Бына улар:
Туры. Туры турһыҡ тотмаҫ, туҫтаҡка төшөр, йәғни ҡыҙыу, турһығың да эйәрҙән өҙөлөп төшөп ҡалыр, һөҙөмтәһе — эҫе һыуға төшөрһөң, йәнәһе.
Ҡара. Ҡараға ҡот бир. Тимәк, китәсәк тә китәсәк.
Ерән. Ерәнгә ер әҙ. Сап та сап...
Һары. Һарыла барһаң, һарһылтып бар. Бик ҡыҙыу түгел, йырлап барырлыҡ.
Ҡола. Ҡола ҡолатмаҫ. Тимәк, ҡабаланмаҫ, һөрөнмәҫ, юҡ-барға өркмәҫ.
Күк. Күкте үп, ярат. Тимәк, наҙлы, иркә.
Бурыл. Бурылды бүре лә алмаҫ. Йылғыр, һиҙгер, тимәк.
Саптар. Саптар бар — ат бар.
Көрән. Көрән барҙа көрәк кәрәкмәҫ. Йәғни күберәк эш аты. Ер эшкәртеүгә ҡулай.
Шулай, дуҫтар, ә һеҙ беҙҙең башҡорт аттары тураһында ниҙәр әйтер инегеҙ? “Башҡорт аты” фестиваленән ниндәй тәьҫораттарҙа ҡалдығыҙ?
Гүзәл Салихова.
Автор фотоһы.