-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2022, 10:11

Иң оҫтаһы кем булыр?

Баймаҡ районы йәмле Граф күле янында "Башкорт аты" фестивале дауам итә. Сара сиктәрендә художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк -ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша.

Иң оҫтаһы кем булыр?
Иң оҫтаһы кем булыр?

Баймаҡ районы йәмле Граф күле янында "Башкорт аты" фестивале дауам итә.

Сара сиктәрендә художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк -ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Әлмөхәмәтов. Ул Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән.

-Сананың табанына йүкә ағасын ҡулландым. Һунар санаһын ҡыш көнө һунарға ҡулланам, ат көткәс көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланыла. Шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарҙы ла үҙем эшләйем. Ейәнем Мирйән дә ярҙамлаша, - ти Рәмил Оморҙаҡ улы.

Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Кәрим Мостафин йүгәнгә биҙәүестәр һуға, шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарын заказ буйынса етештерә. Майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре, ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәләре урын алған. Баһалама ағзалары конкурстанттарҙың эшен баһалап, иң-иң оҫталарҙы билдәләйәсәк.

 

Кәримә Усманова. Автор фотолары.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-07-30/i-o-ta-y-kem-bulyr-2892091

Иң оҫтаһы кем булыр?
Иң оҫтаһы кем булыр?
Автор:Лилия Кантимерова
Теги:bashhorsefest
Читайте нас: