Фёдоровка районында быйылғы сәскәләр байрамы ғәҙәти булмаған сценарий буйынса уҙҙы. Алдан ижади һәм тырыш кешеләр өсөн «Яратҡан сәскәләр араһында» онлайн-конкурсы иғлан ителгәйне. Уға бик күптәр, шулай уҡ яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы, Өфө «Нур» татар театры актёры Мәхмүт Фәтихов та ҡушылды.
Сәскәләр бөтәһен дә һәр саҡ ижадҡа илһамландыра, сараны алып барыусылар Гөлгөнә Дилмөхәмәтова һәм Руслана Ишбулдина ошо тәбиғәттең күркәм сәскәләренә арналған матур һүҙҙәр, сағыштырмалар, шиғыр юлдары һәм аҡыллы фекерҙәр тапты. Байрамда иғлан ителгән «Иң яҡшы сәскә кейеме» конкурсында ҡатнашыусылар береһенән-береһе матур ине. Унда район китапханаһынан Гүзәл Сиражетдинова Александр Дюма әҫәре буйынса ««Камелия сәскәһе янындағы ханым» образында еңеү яуланы.
Онлайн-конкурс еңеүсеһе, шәп актёр Мәхмүт Фәтиховтың туған телендә башҡарылған ике йыры мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы кескенә тамашаға әүерелде. «Районымды яратам һәм яҡташтарым һәр саҡ күңелемдә!», - тине ул. Байрамда «Росинка» балалар бейеү ансамбле, «Домисолька» балалар вокаль коллективы, «Околица» район мәҙәниәт йортоноң вокаль ансамбле, солист Марина Васильева, Лиана Аҡсурина, Наталья Палёнова, Гөлгөнә Дилмөхәмәтова, Руслана Ишбулдинаның сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде.
Гөлрайхан БАҠЫЕВА.
Фәнис АҠСУРИН фотоһы.