+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2022, 08:50

"Был ҡорамалдар элеккеһенән яҡшыраҡ"

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре – журналист Рәшит Кәлимуллин менән фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов Ҡазанда, Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәр хәрби әҙерлек үткән урында, эшләй. Улар яҡташтарыбыҙҙың йәшәйеше, хәрби күнекмәләр барышы менән таныша.

Башҡортостан Башлығының патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса советнигы Валентин Солодовникты Ҡазан танк училищеһы полигонында осраттыҡ. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн беҙҙең республиканан мобилизацияланғандар өсөн квадрокоптерҙар буйынса дәрестәр ойошторҙо. Занятиелар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән палатка егеттәр менән тулы, стенала – дәрес темаһына ҡағылышлы плакаттар, өҫтәлдәрҙә – махсус ҡорамалдар. Техник белгестәр бер-бер артлы уҡыуҙар уҙғара.

"Егеттәр квадрокоптерҙарҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнә, хәҙерге заман яугирҙәре өсөн үтә кәрәкле бит улар. Һалдаттар араһында был аппараттар ҡуллана башлаған осорҙа хеҙмәт иткәндәр ҙә бар, улар ошо ҡорамалдарҙың элеккеләренә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк булыуын билдәләне", - ти Валентин Николаевич.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz

"Был ҡорамалдар элеккеһенән яҡшыраҡ"
"Был ҡорамалдар элеккеһенән яҡшыраҡ"
Автор:Зиля Файзуллина
Читайте нас: