+2 °С
Ҡар
Канада прагматик сәбәптәр буйынса «Төньяҡ ағымы» өсөн турбинаны ремонттан ҡайтарырға теләмәне, тип иҫәпләй Владимир Путин. Уның әйтеүенсә, Оттава Европа баҙарына үҙ нефтен һәм газын сығарыуҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһына
«Бер машина планлы ремонтҡа мохтаж. Уны Канада кире ҡайтарырға теләмәй, сөнки «Газпром»ға ҡаршы санкциялар индерелгән. Канаданың ни өсөн быны эшләгәнен һеҙгә әйтеп үтәм. Сөнки ул үҙе нефть һәм газ етештерә һәм Европа баҙарын үҙләштерергә ниәтләй», - тине Путин «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумында.
Яңылыҡ сығанағы: https://www.rbc.ru/politics/20/07/2022/62d7fb269a794770c79e8d36
Kremlin.ru фотоһы.