+2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Август 2022, 08:59

Путин Генассамблеяға барыуҙан баш тартты

Сентябрҙә үтәсәк 77-нсе Генассамблея сессияһын Рәсәй президенты Владимир Путин урынына Рәсәй делегацияһын сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров етәкләйәсәк.

Путин Генассамблеяға барыуҙан баш тартты
Путин Генассамблеяға барыуҙан баш тартты

Сентябрҙә үтәсәк 77-нсе Генассамблея сессияһын Рәсәй президенты Владимир Путин урынына Рәсәй делегацияһын сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров етәкләйәсәк. Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков белдереүенсә, был хаҡта тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми сайтында баҫтырылған.

Шулай уҡ президенттың матбуғат-секретары Путин сессия барышында сығыш яһауҙан баш тартты, тип белдергән. Рәсәй дәүләте лидеры һуңғы тапҡыр Генассамблеяның 75-енсе сессияһында 2020 йылдың сентябрендә сығыш яһаған.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/news/2022/08/08/gen_assembly/

Михаил Климентьев фотоһы/ РИА Новости.

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: