Дмитрий Шостаковичтың етенсе «Ленинград» симфонияһы ҙур сәнғәт өлгөһө булып тора, ул томанлыҡ көстәрен һәр саҡ еңеп сыҡҡан дөрөҫлөктө һәм яҡтылыҡты данлай, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин, тип яҙа ТАСС.
Дәүләт башлығы Петербургта концертта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны. Күп тиҫтәләгән йылдарҙан һуң «Ленинград» симфонияһы кешеләрҙә көслө тойғолар уятыуын дауам итә, тип һөйләне Путин. Президент билдәләүенсә, был симфония юғалтыуҙар ҡайғыһын да, еңеү шатлығын да, тыуған илгә һөйөүҙе лә, уны яҡларға әҙер булыуҙы ла сағылдыра.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/news/2022/08/09/putin_pravda/
Владимир Путин. Kremlin Pool / Global Look Press фотоһы