+2 °С
Ҡар
Ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ хәҙер «Герой-әсә» исеменә лайыҡлы. Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин ошондай указға ҡул ҡуйҙы.
Әсә лә, балалар ҙа Рәсәй граждандары булырға тейеш. Унынсы балаға бер йәш тулғанда бүләкләнгән әсә кешегә бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум аҡса бирелә.
«Герой-әсә» исеме «Рәсәй Геройы» һәм «Хеҙмәт Геройы» исемдәре менән бер рәттән Рәсәйҙә юғары исемдәр исемлегенә инәсәк.
Яңылыҡ сығанағы: https://rg.ru/
Kremlin Pool /Global Look Press фотоһы.