

Рәсәй Президенты Владимир Путин Индонезия лидеры Джоко Видодо менән ике яҡлы ҙур сауҙа-иҡтисади проекттар һәм G20 саммитына әҙерлек тураһында һөйләште. Был хаҡта Кремль сайтында хәбәр ителә.
«Владимир Путин Төркиә һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Секретариаты менән берлектә иген һәм ашламалар баҙарҙарындағы хәлде тотороҡландырыу буйынса илебеҙ тарафынан алып барылған эштәр хаҡында хәбәр итте», - тип белдерҙе Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/news/2022/08/18/obsudil/
Михаил Климентьев / РИА Новости фотоһы.