+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың Стәрлебаш дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары алды

«Һаулыҡ һаҡлау» проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына «МАММОСКАН» яңы рентгенография цифрлы маммографы килтерелде.

Яңы ҡорамалдың хаҡы 12 000 000 һумдан ашыу тәшкил итте.

- Хәҙер пациенттарыбыҙҙың яңы һәм заманса ҡорамалда кәрәкле тикшереү үтә алыуына бик шатмын. Яңы ҡорамал юғары сифатлы фотоһүрәттәр алырға мөмкинлек бирәсәк. Хәҙер беҙҙең дауаханала төрлө ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән һөт биҙҙәренең онкология патологияһын иртә үҫеш стадияларында диагностикалау һәм скрининг үткәрергә мөмкин, - ти Стәрлебаш дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: