+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Нуриман үҙәк район дауаханаһында яңы видеогастроскоп ҡуйылды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә, Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы үҙәк район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалы - заманса видеогастроскоп килтерелде.

Нуриман үҙәк район дауаханаһында яңы видеогастроскоп ҡуйылды
Нуриман үҙәк район дауаханаһында яңы видеогастроскоп ҡуйылды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә, Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы үҙәк район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалы - заманса видеогастроскоп килтерелде. 9,2 миллион һумлыҡ ҡорамал федераль бюджет сараларына һатып алынған.

Видеогастроскоп бөтә нормативтарға ла тап килә, аппарат пациенттың уңайһыҙ тойғоларын  да кәметә.

- Яңы видеогастроскоп ярҙамында сирҙе сифатлы диагностикалау мөмкинлеге барлыҡҡа килде, был киләсәктә онкология сирҙәренең иртә стадияларын, яман шештәрҙе асыҡлау мөмкинселеге бирәсәк, - тип билдәләне Нуриман үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғайсин.

 

Яңылыҡ һәм фото сығанағы:https://nuriman.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: