+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
4 Август 2022, 10:07

Ауырғазы районының Балыҡлыкүл һәм Мәнеү ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды

Балыҡлыкүл һәм Мәнеү ауылдарында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.

Дауалау учреждениеларын асыу - халыҡ өсөн ҙур һәм күптән көтөлгән ваҡиға. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары ауыл биләмәләре өсөн икенсе һулыш алыу булһа, ә фельдшерҙар Зәлиә Иҙрисова менән Нина Афанасьева өсөн уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Унда иркен һәм яҡты,ФАП-тар кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Яңы шарттарҙа фельдшерҙар тиҙерәк һәм сифатлыраҡ медицина ярҙамы күрһәтеп, тикшереүҙәр үткәрә аласаҡ.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://aurgazy.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: