+1 °С
Ҡар
Өфө районында Өфө ҡалаһының егерме беренсе ҡала клиник дауаханаһы ҡарамағында Лекарев фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы булды. Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә, «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһы үҫеше » федераль проектын тормошҡа ашырыу сараһы булараҡ булдырылды.
65 квадрат метр майҙанда бөтә кәрәк-яраҡ: ҡабул итеү бүлмәһе, процедуралар кабинеты, көтөү урыны, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе, санузел һәм дарыу һаҡлау бүлмәләре урынлаштырылған. ФАП заманса яңы ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылған.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/