+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
16 Август 2022, 09:15

Башҡортостан Республикаһының Йәрмөхәмәт ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылында сираттағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Башҡортостан Республикаһының Йәрмөхәмәт ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Башҡортостан Республикаһының Йәрмөхәмәт ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылында сираттағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын, «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Йәрмөхәмәт, Ҡаран йылға һәм Түбәнге Ҡаран йылға ауылдары халҡына сифатлы медицина ярҙамын камиллаштырып күрһәтеү өсөн төҙөлгән.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедуралар, көтөү урындары, хеҙмәткәрҙәр һәм дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре ҡаралған. Пункт яңы мебель һәм кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

 

Яңылыҡ  сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/

Л. КАНТИМЕРОВА фотоһы.

 

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: