Август айының аяҙ матур көнөндә - үткән шәмбе Һәйет ауылында "Тыуған ауылым-алтын бишек" тип аталған ауыл байрамы үтте. Йылға урамында үткән байрамды шулай атаныҡ, сөнки элек ауылыбыҙ бәләкәй булған. Йылға буйындағы урамдың исеме булмаған, Һуҡайлы йылғаһы ныҡ ташып, ишек алдарын, йорт-ҡаралтыларҙы баҫҡанға, ҡайһы бер ғаиләләр өҫкө яҡҡа күсеп өй һалғандар. Ул урам бер нисә генә өйҙән торған. Хәҙер ул урам Таулы урамы тип атала. Үткән быуаттың 80-се, 90-сы йылдарында ауылда ике урам барлыҡҡа килгән, хәҙер улар дүртәү.
Байрамға ауылдаштар, төрлө яҡтарҙа йәшәгән яҡташтар ҡайтты. Һәр кем үҙ туғаны, класташы, күршеһе, ауылдашы менән осрашып, яҡты тәьҫораттар, йәшәүгә дәрт алды был күркәм саранан.
Байрамды ауыл клубы мөдире, Һәйет ауылының ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.
Шәхси үҙ эштәренән торған күргәҙмәне Фәүзиә Ғәйетҡолова, Илзирә Әлимғужина, Асия Ҡәҙерғолова, Гөлнара Фаттахова әҙерләне.
"Хазина" фольклор коллективының, йырсыларыбыҙ Руфина Сәйфуллинаның, Элина Ҡәҙерғолованың, бейеүселәр Ҡәҙерғолов Самат, Фәйзуллина Нәзифәнең сығыштары байрам биҙәге булды.
Ҡунаҡтар ҙа музыкаль күстәнәс менән килгәйне. Гөлгөнә Ғәйетҡолованың, Сәжиҙә Ибраһимованың, Шәмсинур Әлимғужинаның, Нурия Мәүлетованың, Фәүзиә Ғәйетҡолованың, Сәлимә Ҡолмөхәмәтованың сығыштарын тамашасылар алҡыштарға күмде.
Һәйет ауылында тыуып-үҫкән, хәҙер инде Салауат, Өфө ҡалаларында йәшәүсе Рөстәм ағай Абдулов, Тәлғәт ағай Ғәйетҡолов үҙҙәренең иҫтәлектәре менән бүлеште.
"Әсәйем кеүек уҡытыусы булып эшләгән нәҫелемдең алдынғы ҡарашлы педагог-туғандарымдың дөйөм эш стажы -460 йыл. Ә атайым ғүмер буйы ауылда уңған механизатор булды. Уның һөнәрен үҙ иткән ағайым-ҡустыларым механизаторҙар династияһын дауам итә,- тип ғорурланып һөйләне байрам ҡунағы, Мәләүез ҡалаһы күп профилле колледж директор урынбаҫары Сәлимә Ҡолмөхәмәтова.
Мәүсилә Ғафарова, Фәүзиә Ғәйетҡолова, Фәнүзә Ильясова, Рәмзиә инәй Әлимғужина хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Байрамдың икенсе өлөшө мул ризыҡтан әҙерләнгән табын артында уҙһа, кисен халыҡ дискотекаға йыйылды.
Сара һәр кемдең күңелендә матур бер иҫтәлек булып ҡалды.
Гөлдәр Ниғмәтуллина,
Һәйет ауыл клубы мөдире.