Дүртөйлө ҡалаһының «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты һәм урам мәҙәниәте фестивале сиктәрендә асылған «ЗЕРНО» скейт-паркы майҙансығында экстремаль спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙҙы.
Саҡырылған ҡунаҡтар һәм сараны алып барыусылар сифатында Виктор Демидов һәм Владимир Кнаф сығыш яһаны. Велосипед мотокросы буйынса Рәсәй чемпионы Павел Терентьев былтыр ҡалала скейт-парк төҙөнө, йәш спортсыларға BMX буйынса мастер-класс үткәрҙе.
Экстремаль ярыштарҙа Өфө, Нефтекама һәм Дүртөйлө егеттәре ҡатнашты. Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм Президенттың мәҙәни башланғыстар фондының «Дүртөйлө» хәйриә фонды, район хакимиәте.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://durtuli.bashkortostan.ru/