+2 °С
Ҡар
Өфө ҡалаһындағы Р.А. Баталова исемендәге стадионда «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә еңел атлетика буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте.
Уҙыштарҙа бөтә республиканан 200-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Улар бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү, йәҙрә ташлау һәм һөңгө ырғытыу буйынса ярышты.
Н. Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ирина Елисова 1500 метр арауыҡта икенсе урын һәм көмөш миҙал яуланы.
Дүртөйлөнән Алина Сәйетова ла ҡыуандырҙы, ул 400 һәм 800 метрға йүгереүҙә Башҡортостан чемпионы булды.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://durtuli.bashkortostan.ru/