+1 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
22 Июля 2022, 04:47

Ғафуриҙар шахмат буйынса Башҡортостан сода компанияһының Бөтә Рәсәй кубогында ҡатнашты

Быйыл «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә, «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте шахмат буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғарҙы. Унда бөтә илдән 130-ҙан ашыу уйынсы ҡатнашты.

Ғафуриҙар шахмат буйынса Башҡортостан сода компанияһының Бөтә Рәсәй кубогында ҡатнаштыҒафуриҙар шахмат буйынса Башҡортостан сода компанияһының Бөтә Рәсәй кубогында ҡатнашты
Ғафуриҙар шахмат буйынса Башҡортостан сода компанияһының Бөтә Рәсәй кубогында ҡатнашты

Быйыл «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә, «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте шахмат буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғарҙы. Унда бөтә илдән 130-ҙан ашыу уйынсы ҡатнашты.

«Был турнир - үҙеңде, оҫталығыңды күрһәтеү генә түгел, тәжрибә туплау, танылған шахматсылар һәм гроссмейстерҙар менән партияла уйнау өсөн шәп мөмкинлек», - тип билдәләне «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директоры Сергей Лобастов.

Турнир призерҙары иҫәбендә ғафуриҙар ҙа бар: 2012-2011 йылғы егеттәр төркөмөндә Даниил Никифоров икенсе урын алды (икенсе күрһәткес буйынса), ә Алтынай Вәлишина 2013 йылғы һәм унан йәшерәк ҡыҙҙар араһында өсөнсө булды.

 

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://gafury.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас