+2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль 2022, 09:55

БР Асҡын ауылында спорт лагеры эшләй башланы

«Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Асҡын ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә спорт лагеры ойошторолған.

Ғәҙәттәгесә, балаларҙың көнө зарядканан башлана, аҙаҡ спорт уйындарына һәм күнекмәләргә күсә. Балаларҙы физик көсөргәнештән һуң ике тапҡыр ашаталар,улар шулай көс туплай. 

- Был лагерь  балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Әлбиттә, физик культура һәм спорт көндө дөрөҫ ойошторорға ярҙам итә. Быны райондың спортта ғына түгел, уҡыуҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән күп кенә йәш спортсылары миҫалында күрергә мөмкин, - тип аңлатма бирҙе балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәснәүиев.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://askino.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: