

XI Рәсәй йәйге спартакиадаһында шоссела велосипед спорты буйынса Дүртөйлө ҡалаһы вәкиле көмөш призер булды. Ярыш Ижевск ҡалаһында «Демография» милли проекты буйынса «Спорт – тормош нормаһы» федераль проекты сиктәрендә үтте.
Усманов Линар 80 км уҙышта Санкт-Петербург спортсыһынан бер секундҡа алдараҡ килеп көмөш призер булды. Уҙышта бөтәһе 130 үҫмер егет ҡатнашты.
Ул шулай уҡ спорт мастеры кандидаты нормативын үтәне, республика командаһы 163 балл йыйып, команда зачетында икенсе урын яуланы.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://durtuli.bashkortostan.ru/